Гру́ша, Армыт (лат. Pýrus) — розалар ғаиләһенән япраҡ ҡоя торған емеш ағастары ырыуы. 60 тан артыҡ төрө бар. Культуралы сорттарның күп өлөшөн китереп сығарған ябай груша төрө киң таралған. Груша ағасы 15—20 м бейеклектә, пирамидаға оҡшаған ябалдашлы була. Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ ярата, ҡоролоҡҡа һәм эҫегә сыҙам. Ҡышҡа сыҙамлылығы алмағасҡа ҡарағанда түбәнерәк, әмма температуруның ҡышҡы үҙгәрештәрен еңелерәк кисерә. Япраҡтары ваҡ, тығыҙ, ялтырауыҡлы. Сәскәләре аҡ йә иһә йәшкелт төҫмөрлө, сәскә төбөнән айырымланған шәмәхә-алһыу һеркәлек һәм бағанасыҡтары бар.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Груша |
Үҫемлектең дөйөм күренеше |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Аҫҡы батшалыҡ: | Йәшел үҫемлектәр | Подсемейство: | Сейә һымаҡтар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Pyrus L., 1753
|
Төр өлгөһө |
---|
Pyrus communis L. [1] — Груша обыкновенная
|
|
|
Ябырға
Урта һыҙатта 10—17 майҙа иртә сәскә ата. Үҙенән-үҙе һеркәләнмәй. Емештәре, сортына ҡарап, оҙонса һәм түңәрәк, аҡһыл-йәшел йә иһә һарғылт, ҡояшка ҡараған яғында аҙ ғына алһыу төҫтә була, ағастың күп йыллыҡ өлөшөндә, күбеһенсә балдаҡсаларында формалаша. Уссури грушаһы менән гибридлаштырылғандары бер йыллыҡ үрентеләрҙә дә уңыш бирә ала. Иртә өлгөрөшлө (йәйге) сорттары август аҙағында, көҙгө сорттары сентябрь уртаһында өлгөрә.