Грузияның ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы объекттары исемлеге
Грузияның бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегендә 3 атама (2014 йылға ҡарата) бар, был дөйөм иҫәптән 0,3 % (2019 йылға ҡарата 1121) тәшкил итә. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Грузияның бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегендә 3 атама (2014 йылға ҡарата) бар, был дөйөм иҫәптән 0,3 % (2019 йылға ҡарата 1121) тәшкил итә. Бөтә объекттар исемлеккә мәҙәни критерийҙар буйынса индерелде. Бынан тыш, 2014 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Грузия территорияһындағы 16 объект бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерерлек кандидат булып тора[1]. Грузия 1992 йылдың 4 ноябрендә бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлау тураһындағы конвенцияны ратификациялаған[2]. Грузия территоияһында урынлашҡан беренсе объекттар 1994 йылда Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы комитетының 18-се сессияһында исемлеккә индерелгән.
Грузияның ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы объекттары исемлеге | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Рәсми сайт | whc.unesco.org/en/states… |
Был исемлектә | Бөтә донъя мираҫы |
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Всемирное наследие в Грузии[d] |
Грузияның ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы объекттары исемлеге Викимилектә |
«Баграт ғибәҙәтханаһы һәм Гелат монастыры» 2010 йылдан Хәүеф аҫтында булған бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән, ә «Мцхетаның тарихи һәйкәлдәре» 2009—2016 йылдарҙа ошо исемлектә тора.