Граждандар һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Граждандар һуғышы —бер дәүләт граждандары араһындағы һуғыш [1],ғәҙәттә,һуғышта ҙур көстәр ҡатнаша һәм ул киң ҡолас ала[2][3] Был һуғышта ҡайһы ваҡытта элек бер дәүләткә ингән милләттәр үҙ-ара һуғыша [4]. Яҡтарҙың маҡсаты, ҡағиҙә булараҡ, илдә йәки айырым төбәктә власҡа килеү[2].
Граждандар һуғышының билдәһе булып граждандарҙың конфликтҡа йәлеп ителеүе һәм халыҡты күп юғалтыу тора[5].
Граждандар һуғышын алып барыу ысулдары йыш ҡына традицион һуғыштарҙан айырыла. Дошманлашҡан яҡтарҙың регуляр ғәскәр ҡулланыуынан тыш, партизан хәрәкәте, шулай уҡ халыҡтың тырым-тырағай болалары һ. б. ҙур таралыу ала. Граждандар һуғышы икенсе дәүләттәрҙең интервенцияһына ҡаршы тороу менән бергә алып барыла[5].
Икенсе донъя һуғышы ахырынан һуң Граждандар һуғышы уртаса 4 йылдан артығыраҡ дауам итә, 1900—1944 йылдар араһындағы 1,5 йылға һуҙылған граждандар һуғышы менән сағыштырғанда, күпкә оҙағыраҡ барыуы менән билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта XIX быуат уртаһынан башлап граждандар һуғышы тоҡаныу кимәле сағыштырмаса даими булып, дауамлығы арта барған һайын, ошо ваҡыт мәлендә һуғыштар һаны артыуына килтерә. Миҫал өсөн, XX быуат башында граждандар һуғышы биштән дә артыҡ булмай, ә бына һалҡын һуғыш аҙағында донъяла бер үк ваҡытта 20-әр һуғыш тоҡанып торҙо, көслө державаларҙың ҡаршы тороуы менән бәйле низағтар ахырына еткәндән һуң, уларҙың һаны ла байтаҡҡа кәмене[6].
1945 йылдан башлап, граждандар һуғыштары 25 миллионлап кешенең ғүмерен ҡыйҙы, миллионлаған халыҡ көсләп күсереүгә (депортация — Forced migration) дусар ителде. Граждандар һуғышы һаҙына батҡан илдәр иҡтисади коллапс кисерҙе; Бирма (Мьянма), Уганда һәм Ангола, граждандар һуғышына инеп китмәгән хәлдә, сәскә атҡан илдәр өлгөһө булыр ине[7].