Гимнастика
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гимнастика (грек. γυμναστική [gymnastike], γυμνάζω [gymnazo] — күнегәм, тренировка үткәрәм; икенсе версия буйынса бронғо грек γυμνός [gymnos] — яланғас, шәрә) — спорт һәм кизик культураның иң популяр төрҙәренең береһе.
Гимнастика барлыҡҡа килеү тарихы:
Рим империяһының ҡолауы схоластика, мракобесия, аскетизм үҫешенә булышлыҡ итә, шуның һөҙөмтәһендә гимнастика (антик сәнғәт һәм мәҙәниәт ҡаҙаныштарын кеүек) онотола. XIV—XV быуаттарҙағы гуманизм раҫлана. Йәмәғәт фекере дәрәжәне һәм азатлыҡ яҡлауға, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелә, айырыуса физик һаулыҡҡа айырым иғтибар бүленә. Тик шул саҡта ғына кешеләр антик мәҙәниәткә яңынан мөрәжәғәт итә һәм тәрбиә системаһына физик яҡты ла — гимнастиканы ла яйлап индерә.
Спорт гимнастикаһына: спорт, художестволы, акробатика, эстетик, команда, аэробика гимнастика төрҙәре ҡарай.
Һауыҡтырыу гимнастика төрҙәре көн тәртибе эсендә иртәнге гимнастика, физкультура күнегеүҙәрен, уҡыу йорттарында һәм производствола физкультминуттар үткәреү ҡаралған. Һауыҡтырыу гимнастикаһының бер нисә төрө бар:
- Гигиена гимнастикаһы — һаулыҡты нығытыу һәм әүҙемлекте һаҡлау өсөн ҡулланыла.
- Ритмик гимнастика — һауыҡтырыу гимнастиканың бер төрө. Ритмик гимнастиканың мөһим элемент булып музыкаль оҙатыу тора.