Геракл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Гера́кл (бор. грек. Ἡρακλῆς), Геркуле́с (лат. Herculēs) — Боронғо грек мифологияһы геройы, аллалар батшаһы Зевстың һәм мифологияның икенсе бер геройы Амфитриондың ҡатыны Алкменаның улы[1]. Тыуғандан һуң бирелгән исеме — Алкид (Ἀλκείδης). «Илиада» поэмаһында уҡ күп тапҡыр телгә алына (II 658 һәм башҡалар). Ул Фивиҙа тыуған, тыуғандан алып ғәҙәттән тыш физик көс һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә, әммә шул уҡ ваҡытта Гераның дошманлығы арҡаһында уға туғаны Еврисфейға буйһонорға тура килә. Йәш сағында Геракл тыуған ҡалаһына Эргинды еңеүҙә ярҙам итә. Аҡылһыҙланып, ул үҙенең улдарын үлтергән, шуға күрә Еврисфейға хеҙмәт итергә мәжбүр була. Һуңғыһы бойороғо буйынса Геркулес ун ике батырлыҡ күрһәтә: Немея арыҫланын һәм Лерна гидраһын еңә, кериней боланын һәм Эриманф ҡабанын тота, Стимфалий ҡоштарын үлтерә, Авгийҙың ат аҙбарҙарын таҙарта, Крит үгеҙен буйһондора, Диомед аттарын, Ипполит билбауын, Герион һыйырҙарын ҡулға төшөрә, Еврисфейға ҡәбер донъяһынан Церберҙы, Гесперид алмаһын алып ҡайта. Геракл был батырлыҡтарҙы гректарға билдәле булған бөтә донъяла һәм унан ситтә лә эшләй. Уларҙы башҡарып, Зевстың улы көс һәм ҡыйыулыҡ менән бөтә геройҙарҙы ла уҙып китә һәм ысынында үҙен аллалар менән тиңләштерә. Батырлыҡтарынан тыш, ул башҡа күп данлы эштәр башҡара: аргонавтар походында ҡатнаша, Трояны емерә, Прометейҙы азат итә, Алкесты мәрхүмдәр батшалығынан сығара, донъяның көнбайыш яғында «Геркулес бағаналарын» төҙөй, гиганттар менән алышта ҡатнаша. Ифитты үлтереүе арҡаһында уға бер нисә йыл буйы Лидия Омфал батшабикәһендә ҡоллоҡта үткәрергә тура килә. Грецияға ҡайтҡас, Геракл үҙенең икенсе ҡатыны Деянираның тыуған төйәгендә — Этилияла төпләнә, әммә сираттағы осраҡлы үлтереүҙән һуң Трахинға ҡыуып ебәрелә. Кентавр Несстың мәкере һәм ҡатынының бер ҡатлылығы арҡаһында ул тере килеш ерләү усағына менә, һуңынан Олимпҡа күтәрелә һәм аллалар араһында урын ала, әммә уның үлем күләгәһе үлгәндәр донъяһында йөрөргә мәжбүр була.
Геракл | |
грек. Ἡρακλῆς | |
| |
Туғандары | |
---|---|
Ҡатыны |
Мегара, Деянира, Геба |
Балалары |
Гераклиды |
Геракл Викимилектә | |
Гректар Геркулесты илаһ булараҡ та, герой булараҡ та хөрмәт иткән, һәм был культ бик популяр булған; Геркулестың вариҫтарын Спарта, Македония, Эллинистик Мысыр батшалары, боронғо донъяның күп аристократик ғаиләләре вәкилдәре ололаған. Иртә Республика осоронда һәм Римда геройҙы Геркулес исеме аҫтында хөрмәтләгәндәр. Көнбайыш мәҙәниәтендә Геракл бөйөк мифологик геройға, физик көс һәм тотанаҡлыҡ кәүҙәләнешенә, сәйәси хакимлыҡ, цивилизацияның варварлыҡты еңеү символына әүерелә. Уның ғәйәт ҙур батырлыҡтары һәм фажиғәле яҙмышы боронғо рәссамдар һәм скульпторҙар өсөн сюжет сығанағы була. Геракл Софоклдың «Трахинянки», Еврипидтың «Геракл» һәм «Алкеста» трагедияларында, текстары юғалған башҡа антик пьесаларҙа, шағирҙар һәм мифографтар әҫәрҙәрендә ҡулланыла. «Сиркәү аталары» был образды мәжүсилекте тәнҡитләү өсөн ҡулланған. Урта быуаттарҙа Гераклға ҡыҙыҡһыныу кәмей, әммә Яңырыу дәүере башланыу менән был герой менән бәйле сюжеттар тағы ла популярлыҡ яулай. Бигерәк тә уларҙы хәҙерге заман рәссамдары һәм композиторҙары йыш ҡуллана. XIX—XX быуаттарҙа Геракл киң мәҙәниәттең иң популяр персонаждарының береһе була.
Геракл хаҡындағы бик күп мифтар араһынан уның Боронғо Грецияның көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Микены ҡалаһы батшаһы Еврисфейҙа хеҙмәттә булғанда яһаған 12 батырлығын һүрәтләгән хикәйәттәр (иртәктәр) циклы бигерәк тә киң билдәле.