Ганимед (юлдаш)
Юпитер юлдашы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ганимед (бор. грек. Γανυμήδης) — Галилей юлдаштарының береһе[6], Юпитерҙың бөтә юлдаштары араһында алыҫлашыу буйынса етенсе урында тора, Ҡояш системаһында иң эре юлдаш. Уның диаметры 5268 километрға тигеҙ, ул Титандан (ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса икенсе урында тора) 2 процентҡа һәм Меркурийҙан 8 процентҡа ҙурыраҡ. Шул уҡ ваҡытта Ганимедтың массаһы Меркурий массаһының ни бары 45 процентына тигеҙ, әммә планеталар юлдаштары араһында ул уғата ҙур. Ганимед Айҙан массаһы буйынса 2,02 тапҡыр ҙурыраҡ.
Ганимед | |
Исем | Jupiter III |
---|---|
Масса | 148,148 ± 0,004 йоттаграмм[1] |
Кем хөрмәтенә аталған | Ганимед |
Кем ҡушҡан | Марий, Симон[d][2] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Галилео Галилей[2][3] |
Асыу датаһы | 7 ғинуар 1610[3] |
Родительское тело | Юпитер |
Апоцентр | 1 071 600 km |
Перицентр | 1 069 200 km |
Орбита эксцентриситеты | 0,0013 |
Наклонение орбиты | 2,214 ° |
Орбитальный период | 7,154 тәүлек |
Большая полуось орбиты | 1 070 400 km |
Видимая звёздная величина | 4,61 |
Альбедо | 0,43 |
Магнитный момент | 1,32E+20 ± 5,0E+17 J/T[4] |
Тығыҙлыҡ | 1,936 грамм на кубический сантиметр |
Температура | 70 K[5], 110 K һәм 152 K |
Майҙан | 87 000 000 км² |
Радиус | 2634,1 ± 0,3 km һәм 2631 km[2] |
Поверхностная гравитация | 1,428 метр в секунду в квадрате |
Ганимед Викимилектә |
[7][8]. Орбитаһын яҡынса ете көн эсендә үтеп, Ганимед Юпитерҙың башҡа ике юлдашы — Европа һәм Ио менән 1:2:4 орбиталь резонансында ҡатнаша.
Ганимед яҡынса тигеҙ өлөштәрҙә силикат тоҡомдары һәм һыу боҙонан тора. Ул — тимергә бай шыйыҡ үҙәкле тулыһынса айырым есем. Яҡынса 200 км тирәһе тәрәнлектә ҡатламдары араһында шыйыҡ һыулы океандың булыуы ихтимал[9]. Ганимедтың өҫтөндә ике төрлө ландшафт күҙәтелә. Өҫкө яҫылығының өстән бер өлөшө һыу аҫты кратерҙары менән сыбарланған ҡарараҡ төҫтә. Уларҙың йәше дүрт миллиард йылға тиклем барып етә. Ҡалған майҙанында бураҙналар һәм тау һырттары менән ҡапланған йәшерәк өлкәләр ята. Әлегә асыҡ төҫтәге өлкәләр геологияһының ҡатмарлы булыуының сәбәптәре аҙағына тиклем асыҡланмаған. Бәлки, был күренеш тектоник әүҙемлек менән бәйлелер тигән фараз бар[10].
Ганимед — Ҡояш системаһында үҙ магнитосфераһы булған берҙән-бер юлдаш. Моғайын, уны шыйыҡ үҙәгендәге конвекция барлыҡҡа килтерәлер[11]. Ганимедтың ҙур булмаған магнитосфераһы Юпитерҙың байтаҡҡа ҙур магнитосфераһы эсенә алынған һәм уның көс линияларын бер аҙ ғына деформациялай. Юлдаштың нәҙек кенә атмосфераһы бар, уның составына кислородтың O (атомар кислород), O2 (кислород) һәм, бәлки, O3 (озон) кеүек аллотроп модификациялары инә[12]. Атмосферала атомар водород (H) бик аҙ. Ганимедта ионосфераның булыу-булмауы билдәһеҙ[13].
Ганимедты Галилео Галилей 1610 йылдың 7 ғинуарында аса[14]. Оҙаҡламай Симон Марий был юлдашты шарап өләшеүсе хөрмәтенә Ганимед тип атарға тәҡдим итә. Беренсе тапҡыр Ганимедты «Пионер-10» йыһан аппараты 1973 йылда тикшерә. «Вояжер» программаһы аппараттары 1979 йылда ентеклерәк тикшеренеүҙәр үткәрә. 1995 йылдан башлап Юпитер системаһын өйрәнгән «Галилео» йыһан аппараты Ганимедтың аҫҡы ҡатында ер аҫты океаны һәм магнит яланы булыуын асыҡлай. 2012 йылда Европа космос агентлығы Юпитерҙың боҙ юлдаштары — JUICE-ны тикшеренеү өсөн яңы программаны хуплай; уны 2022 йылда ебәреү планлаштырыла, ә Юпитер системаһына ул 2030 йылда барып етәсәк.