Ганза
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ганза берләшмәһе, Га́нза (нем. Hanse, бор. үр. нем. Hansa, һүҙмә һүҙ әйткәндә «төркөм», «берләшмә», лат. Hansa Teutonica) — XIV—XVI быуаттарҙа сауҙа ҡалаларын берләштергән союз. Берләшмә Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәрендәге бөтә сауҙаны ҡулында тотҡан һәм башҡа төбәктәрҙә уның монополиялары булған. Берләшмә 1241 йылда Любек менән Гамбург ҡалалары килешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[1].
Ганза — XIII—XVII быуаттарҙа булған иң оҙайлы халыҡ-ара сауҙа-иҡтисади берләшмә. Ирекле немец ҡалалары һәм Төньяҡ Европаның башҡа ҡалаларының берләшмәһе XIII—XVII быуаттарҙа сауҙагәрҙәргә булышлыҡ күрһәтеү өсөн хеҙмәт итә.