Восток (күл)
Антарктидалағы иң ҙур боҙ аҫты күлдәренең береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Восто́к[1] —Антарктидалағы иң ҙур боҙ аҫты күлдәренең береһе[3][4][5][6][7].
Озеро | |
Восток | |
---|---|
Морфометрия | |
Үлсәме | 260[1] × < 50[1] км |
Майҙаны | 15 790 км² |
Күләме | 5400[2] км³ |
Яр һыҙаты | 1010 км |
Иң тәрән урыны | күберәк 1200 м |
Урынлашыуы | |
78°28′00″ ю. ш. 106°48′00″ в. д.HGЯO | |
Континент | |
Регион | Көнсығыш Антарктида |
Восток Викимилектә |
Восток күле яҡынса 4000 метр ҡалынлыҡтағы боҙ ҡалҡаны аҫтында «Восток» антарктик станцияһы (77° ю. ш., 105° в. д.) районында урынлашҡан һәм үлсәмдәре яҡынса 250х50 км. Күҙалланған майҙаны 15,5 мең км² тирәһе. Тәрәнлеге 1200 метрҙан ашыу. Һыуҙың күләме — яҡынса 5400 км³[2].
Восток күле тәү сиратта миллион йылдар буйына тирә-яҡ мөхиттән изоляцияла булыуы менән үҙенсәлекле. Күлдең тәбиғи изоляторы булып уның өҫтөндә дүрт километрлыҡ боҙ панциры булған һәм әле лә хеҙмәт итә. Ғалимдар иҫәпләүенсә, күл һыуҙарында тере организм төйәк итә ала, сөнки унда йәшәү өсөн кәрәкле бөтә факторҙар бар:
- Күл һыуында кислород миҡдары ябай сөсө һыуҙағыға ҡарағанда яҡынса 50 тапҡырға юғарыраҡ. Кислородты күл һыуына яйлап боҙҙоң өҫкө ҡатламы тәрәнгә төшөп килтерә.
- Һыуҙың температураһы байтаҡ юғары — тәрәнлектәге 10 градусҡа тиклем. Күл йылыны ер аҫты геотермаль сығанаҡтарынан алалыр тип фараз ителә. Һыу менән боҙ сигендә температура −3 °C градус тәшкил итә[8].
- Күлдә һыуҙың баҫымы, иҫәпләүҙәргә ярашлы, 300-ҙән ашыу атмосфер тәшкил итә (баҫымды боҙ ҡатламы барлыҡҡа килтерә), шулайҙа микроорганизмдар бындай шарттарға яраҡлаша ала.
- Бындай шарттарҙа йәшәүгә яраҡлашҡан микроорганизмдар уникаль үҙенсәлектәргә эйә була ала, сөнки ер биосфераһынан бик оҙаҡ ваҡыт айырым торғандар, тимәк, эволюцион процестар ҙа унда бойондороҡһоҙ үткән.
Күл ошо районда 1957 йылдан эшләп килгән «Восток» совет (хәҙер Рәсәй) ғилми станцияһынан атама алған.
Восток күлен асыу — XX быуаттың икенсе яртыһындағы иң ҙур географик асыштарҙың береһе.
2007 йылда Антарктидала бөтәһе 140-тан ашыу боҙ аҫты күлдәре табылған.