Винница фажиғәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Винница фажиғәһе (укр. Вінницька трагедія) — 1937—1938 йылдарҙа НКВД тарафынан Винница өлкәһендә үткәрелгән массауи репрессиялар, Оло террор өлөшө. 1940 йылда УССР НКВД-ның тикшереү органдары 1938 йылда Винница өлкәһендә И. М. Кораблев етәкселегендә күмәк репрессиялар факты буйынсаНКВД органдары енәйәт эше башлай. 1941 йылдың Кораблев һәм Винница УНКВД-ның 3-сө бүлеге начальнигы О. М. Запутряев атып үлтереүгә хөкөм ителә, ә уларҙың ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренә ҡарата яңы эштәр асыла, әммә тикшереүҙе Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы туҡтата. Шул уҡ 1941 йылда бөтә ғәйепләнеүселәргә ҡарата хөкөмдәр йомшартыла. Кораблев үҙе яҡынса 1946 йылда азат ителә.
Винница фажиғәһе | |
Дәүләт | Украина Совет Социалистик Республикаһы |
---|---|
Урын | Винница |
Ваҡиға ваҡыты | 1930 |
Башланыу датаһы | 1937 |
Тамамланыу датаһы | 1938 |
Һәләк булғандар һаны | 9000 һәм 11 000 |
Винница фажиғәһе Викимилектә |
Нацистик Германияның пропаганда министрлығы кампанияһы сиктәрендә оккупацияланған Винницала 1943 йылдың майынан 16 июнгә тиклем 509 мәйет табыла (береһе ҡатын-ҡыҙҙыҡы, береһе 20-22 йәшлек ир-егеттеке)[1].
1944 йылда Берлинда «Amtliches Material zum Massenmord von Winniza» материалдары баҫтырыла, унда 1943 йылдың октябренә тиклем 9439 мәйет эксгумацияланған тип яҙыла, улар1937-1938 йылдарҙа «жид-боольшевиктар» ҡулынан һәләк булған ҡорбандар, тип белдерелә.
Винница совет ғәскәрҙәре тарафынан азат 1944 йылда табылған кәүҙәләр нацистик режимы ҡорбандары тип иғлан ителә.
«Һалҡын һуғыш» башланыу менән украитн эмигранттар матбуғатында 1943 йылғы немец баҫмаларын ҡабатлаған публикациялар донъя күрә. 1980-се йылдар аҙағында — 1990-сы йылдар башында Украинала ҡабаттан ошо уҡ баҫмалар баҫтырылып сыға.
Язаланғандарҙың ерләнеү урындары әлегә тиклем билдәһеҙ. Һуғыш һәм сәйәси репрессиялар ҡорбандары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса Украин дәүләт комиссияһы 2004 йылда Винница ҡала паркында ҡаҙыныу эштәрен үткәрә һәм бер ниндәй ҙә дәлилдәр тапмай (тарихсылар раҫлауынса, 21 ҡәберлек булырға тейеш).
Әлбиттә, ҡәтғи рәүештә паркта ерләү урындары юҡ тип әйтеп булмай, сөнки һәр квадрат метрҙы ҡаҙып сығыу мөмкин түгел, әммә комиссия, иң тәүге нәүбәттә, ҡәберлектәр булыуы ихтимал булған урындарҙы тикшерҙе— У Центральному парку Вінницi не знайшли могил репресованых