Викимәғлүмәттәр
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Викимәғлүмәттәр» (ингл. Wikidata) — Викимедиа Фонды булдырған белем базаһын бергә мөхәррирләүҙе ойоштороу. Википедия мәҡәләләрендә булған мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн ҡулланыла — мәҫәлән, интервики-һылтанма, йәки статуслы мәҡәләләрҙең, исемлектәрҙең йәки статистика мәғлүмәттәренең: тыуыу датаһы, халыҡ һаны һ.б. значоктары (билдәләмәләре).[14] Викимәғлүмәттәр йөкмәткеһе Creative Commons CC0[15] лицензияһы буйынса таратыла.
Проект рәсми рәүештә 2012 йылдың 30 октябренән эшләй, Wikimedia Deutschland — немец Викимедиаһы — етәкселегендә эшләй башланы. 2006 йылдан алып «Викимәғлүмәттәр» Викимедиа фондының тәүге яңы проекты булды[16]. Проект урындағы Allen Institute for Artificial Intelligence, Gordon and Betty Moore Foundation һәм Google (компания) милекселәренең дөйөм суммаһы — 1,3 миллион евро тәшкил иткән иғәнәләре иҫәбенә тормошҡа ашырылған[17][18].