Бөтә донъя банкы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөтә донъя банкы (шулай уҡ Донъя банкы, ингл. The World Bank) — финанс һәм техник ярҙам ойоштороу маҡсатында булдырылған халыҡ-ара финанс ойошмаһы[3].
Бөтә донъя банкы | |
ингл. World Bank франц. Banque mondiale | |
Ағза | |
---|---|
Штаб-квартира |
АҠШ, |
Ойошма төрө | |
Рәсми тел | |
Етәкселәре | |
Президент | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Бөтә донъя банкы Викимилектә | |
Үҫеш процесында Бөтә донъя банкы һәр төрлө структура үҙгәрештәрен кисергәнгә күрә, төрлө этаптарҙа Бөтә донъя банкы термины аҫтында төрлө ойошмалар күҙаллана.
Баштараҡ Бөтә донъя банкы Икенсе донъя һуғышынан һуң Көнбайыш Европа һәм Японияға тергеҙеүҙә ярҙам иткән Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы менән ассоциациялана. Һуңғараҡ, 1960 йылда, Халыҡ-ара үҫеш ассоциацияһы ойошторола, ул әлеге банктың сәйәсәте менән бәйле функцияларҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә ала.
Ысынында әлеге ваҡытта Бөтә донъя банкы аҫтында ике ойошманы күҙ алдында тоталар:
- Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы;
- Халыҡ-ара үҫеш ассоциацияһы.
Төрлө ваҡытта Бөтә донъя банкы проблемаларын хәл итеү өсөн булдырылған тағы ла өс ойошма ҡушыла[4]:
- Халыҡ-ара финанс корпорацияһы;
- Инвестициялар гарантиялары буйынса күп яҡлы агентлыҡ;
- Инвестиция бәхәстәрен көйләү буйынса халыҡ-ара үҙәк.
Биш ойошма ла Бөтә донъя банкы ойошмалары төркөмөнә инә һәм Бөтә донъя банкы төркөмө тип атала. Айырым осраҡтарҙа Бөтә донъя банкы аҫтында элеккесә Бөтә донъя банкы эшмәкәрлеге нигеҙен тәшкил иткән Халыҡ-ара реконструкция һәм үҫеш банкы күҙаллана.