Бөтә Донъя Селтәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөтә Донъя Селтәре (йәки веб, аббревиатуралары — WWW, W3, ингл. World Wide Web һүҙбәйләнешенән) — Интернет инфраструктураһын һәм HTTP мәғлүмәт үткәреү протоколын ҡулланған глобаль мәғлүмәт арауығы.
Бөтә Донъя Селтәре | |
Нигеҙләү датаһы | 12 март 1989[1][2] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | WWW һәм TTT |
Ижтимағи милеккә күсеү ваҡыты | 30 апрель 1993[3] |
Йоғонто яһаусы | Enquire[d][4], The Interactive Encyclopedia System[d][5] һәм HyperCard[d][6] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Тим Бернерс-Ли һәм Роберт Кайо[d] |
Асыу датаһы | 1990 |
ACM коды (2012) | 10003260 |
Бөтә Донъя Селтәре Викимилектә |
Бөтә донъя селтәрендә урынлаштырылған гипертекслы документтар веб-биттәр исеме аҫтынла билдәле. Веб-браузер тип аталған махсус программмалар ярҙамында текст, рәсемдәр, видео һәм башҡа мультимедиа булған веб-биттәрҙе ҡарап һәм уларҙың береһенән икенсеһенә гипер-һылтанмалар аша күсеп була.
Күп ваҡыт Интернет тураһында һөйләгәндә Бөтә Донъя Селтәре күҙ уңында тотола. Был системаны уйлап табыусы тип Бөйөк Британия инженеры, компьютер фәндәре ғалимы, әлеге көндә Бөтә Донъя Селтәре консорциумының (ингл. World Wide Web Consortium, W3C) директоры Тим Бернерс-Ли һанала. Нәҡ ул 1989 йылдың мартында хәҙер Бөтә донъя селтәре исеме аҫтында билдәле проектты тәкдим итеп, бөтә донъя селтәре мәғлүмәт технологияларында ысын революция яһаны һәм Интернеттың үҫешен тиҙләтте.