Бөйөк Мәскәү кенәзлеге
1263 йылдан 1478 йылға тиклем булған урта быуат урыҫ кенәзлеге / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бөйөк Мәскәү кенәзлеге — 1263 йылдан 1478 йылға тиклем булған урта быуат урыҫ кенәзлеге[1]. Башта урҙа хандары биргән бөйөк кенәзлек ярлығы өсөн башҡа удел кенәзлектәре менән ярышыусы Бөйөк Владимир кенәзлеге уделы булған.
Бөйөк Мәскәү кенәзлеге | |
1263 йыл — 1478 йыл
| |
---|---|
Баш ҡала | |
Эре ҡалалары |
Мәскәү, Владимир, Суздаль, Вологда, Коломна, Серпухов, Ярославль, Бөйөк Ростов, Дмитров, Кострома, Галич |
Телдәр |
боронғо урыҫ теле |
Дин |
православие |
Халҡы |
1460-сы йылдарҙа 3 млн. |
Идара итеү формаһы |
феодаль монархия |
Династия |
Рюриковичтар |
Мәскү кенәздәре исемлеге, Мәскәү бөйөк кенәздәре исемлеге, Бөтә Русь Бөйөк кенәзе | |
• 1263—1303 |
Даниил Александрович (беренсе) |
• 1462—1505 |
Иван III Васильевич (һуңғыһы) |
Тарихы | |
• 1236 йыл тирәһе |
Тәүге тапҡыр удел булып бүленгән |
• 1263 |
Яңынан удел булып бүленгән |
• 1363 |
Бөйөк кенәзлек |
• 1478 |
Новгород еренең ҡушылыуы |
• 1478 |
монарх титулы «бөтә Русь Бөйөк кенәзе» |
Бөйөк Мәскәү кенәзлеге Викимилектә | |
XIV быуат[2] башында Көньяҡ-Көнбайыш Русь биләмәләренән хеҙмәтле кешеләрҙең байтаҡ контингентының килеп ҡушылыуы Мәскәүҙең көсәйеүенә килтергән.
1325 йылда киев митрополиты Пётрҙың кафедраһын Владимирҙан Мәскәүгә күсереү ҙә уның Рустә абруйын артабан да нығытырға булышлыҡ иткән.
1330-сы йылдарҙан башлап мәскәү кенәздәре, һирәк тайпылыштарҙы иҫәпләмәгәндә — бөйөк кенәз титулын йөрөтөүсе, урыҫ ерҙәрен йыйыу буйынса әүҙем сәйәсәт үткәреүсе итеп күрһәткән.
Урҙаға ҡаршы көрәште етәкләгән Дмитрий Донской кенәзлеге осоронан алып, бөйөк кенәзлек бурысын үтәү мәскәү кенәздәренең нәҫел буйынса тапшырылған хеҙмәтенә әүерелгән[1]. Шул ваҡыттан алып Владимир һәм Мәскәү кенәзлектәре бер-береһенән айырылғыһыҙ булған.
Мәскәү кенәздәре биләмәләренең артабан киңәйеүе һәм властың үҙәкләшеүе һөҙөмтәһендә XV быуат аҙағында Бөйөк Мәскәү кенәзлеге Урҙа бойондороҡһоҙлоғонан азат ителгән берҙәм Рус дәүләтенең үҙәгенә әүерелә.
1485 йылдан (ҡайһы бер документтарҙа элек тә) Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Иван III Васильевич даими рәүештә «бөтә Рәсәй государы» тип, ҡайһы бер документтарҙа ул — батша, ҡайһы бер сит ил сығанаҡтарында ул кайзер һәм император тип йөрөтөлә[3].
Рәсәй монархтарының тарихи ерҙәренең береһе булараҡ Мәскәү кенәзлеге хаҡында телгә алыу батша титулында 1917 йылға тиклем һаҡланған.