Бутан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бута́н короллеге (Ҡалып:Lang-dz прослушать (мәғл.)) — дәүләт. Ул Һиндостан менән Ҡытай араһында, Көньяҡ Азияла урынлашҡан. Баш ҡалаһы — Тхимпху ҡалаһы. Үҙ аталышы — Друк-Юл — «Дракон иле»[6].
| |||||
Гимн: «Друк цендэн» | |||||
Нигеҙләнгән | 17 декабря 1907 года | ||||
Нигеҙләнгән | 17 декабря 1907 года | ||||
Рәсми тел | дзонг-кэ | ||||
Баш ҡала | Тхимпху | ||||
Эре ҡалалар | Тхимпху | ||||
Идара итеү төрө | конституционная монархия[1] | ||||
Король Премьер-министр | Джигме Кхесар Намгьял Вангчук Церинг Тобгай | ||||
Дәүләт дине | буддизм (Друкпа Кагью) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 135 38 394 км² <1 % | ||||
Халыҡ • Һаны (2013) • Перепись (2005) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲750 125(июль 2016, оценка)[2] чел. (161) 696 183[3] чел. 18 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2012) • Бер кешегә |
4,646 млрд[4] долл. (161) 6112[4] долл. | ||||
ИЧР (2013) | ▲ 0,538[5] (средний) (140 урын) | ||||
Валюта | Нгултрум (BTN, код 64) (INR, код 356) | ||||
Интернет-домен | .bt | ||||
Код ISO | BT | ||||
МОК коды | BHU | ||||
Телефон коды | +975 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 (BTT) |
Бутан — Һиндостан территорияһынан тышта торған Көнбайыш Бенгал штаты Калимпонг үҙәгенең тарихи исеме. Был территория Бутандан XIX быуатта төрлө низағтар арҡаһында инглиздәр тарафынан тартып алынған.
Ҡайһы бер версиялар буйынса «Бутан» атамаһы Бху-Уттан (Bhu-Uttan) һүҙенән килеп сыҡҡан, санскриттан тәржемәһе «яҫы таулыҡ» йәки «тауҙар иле» тигәнде аңлата. Икенсе версиялар буйынса Бхот-Ант (Bhots-ant) һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм «Тибет сиге» йәки «Тибет көньяғы» тигәнде аңлата.
Төньяҡтан Бутан короллеге Ҡытай менән, көнбайышта — Һиндостандың Сикким штаты менән (1975 йылға тиклем элекке бойондороҡһоҙ үҙаллы короллек), көнсығышта — Аруначал-Прадеш штаты, көньяҡта — күп йылдар буйына граждандар һуғышы барған Ассам штаты менән, көньяҡ-көнбайышта — Көнбайыш Бенгал менән сикләшә.