Бубка Сергей Назарович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бубка Сергей Назарович (укр. Сергі́й Наза́рович Бу́бка; 4 декабрь 1963 йыл) — СССР һәм Украина спортсыһы, ғалим-педагог. Ҡолға менән һикереүсе еңел атлет. Донъяла беренсе булып алты метрҙан бейегерәк һикергән кеше. Педагогия фәндәре докторы.
Сергей Бубка | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ир-ат |
Тулы исеме |
Сергей Назарович Бубка |
Гражданлығы | |
Тыуған датаһы |
4 декабрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (60 йәш) |
Тыуған ере |
Луганск, СССР |
Буйы |
183[1] |
Ауырлығы |
80[1] |
Бүләктәре һәм миҙалдары | |
[[commons:Category: Sergei Bubka Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе |
СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1983). 1988 йылғы Йәйге Олимпия уйындары чемпионы, еңел атлетика буйынса алты донъя чемпионатында (1983, 1987, 1991, 1993, 1995 һәм 1997 йылдар) еңеүсе, еңел атлетика буйынса Европа (1986) һәм СССР (1984) чемпионы. Ҡолға менән һикереү буйынса Донъя һәм Европа кубоктары (1985) еңеүсеһе. Еңел атлетика буйынса «Дуҫлыҡ-84» халыҡ-ара ярыштарының көмөш призёры.
1993—2014 йылдарҙа ябыҡ аренала ҡолға менән һикереү буйынса донъя рекордын (6,15 м) тотоп килде. 2014 йылдың 15 февралендә был күрһәткесте Рено Лавиллени уҙып китте[2]. 1994 йылдан асыҡ ареналарҙа ҡолға менән һикереү буйынса донъя рекордын (6,14 м) тота.