Бранденбург ҡапҡаһы
Германияның баш ҡалаһы Берлин үҙәгендәге триумфаль ҡоролма / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бранденбург ҡапҡаһы (нем. Brandenburger Tor) — Германияның баш ҡалаһы Берлин үҙәгендәге триумфаль ҡоролма. Ҡалалағы элекке ун һигеҙ ҡапҡанан һаҡланып ҡалған берҙән-бер ҡапҡа, ҡаланың төп символы.
Иҫтәлекле урын | |
Көнсығыш яҡтан күренеше | |
Ил | Германия |
Ҡала | Берлин Берлин |
Координаталар | 52/30/58.68/N/13/22/39.72/E |
Бина тибы | Ворота |
Архитектура стиле | берлин классицизмы |
Проект авторы | Карл Готтгард Лангганс |
Архитектор | Лангганс Карл Готтгард |
Төҙөлөшө | 1789—1791 йылдар |
Сайт | Рәсми сайт |
Бранденбург ҡапҡаһы Викимилектә |
1791
Париж майҙанындағы Митте үҙәк районында, Унтер-ден-Линден бульвары Тиргартен менән тоташҡан урында урынлашҡан. Көнсығыштан көнбайышҡа ҡапҡа перспективаһында «Еңеү Колоннаһы» күренә[1]. Берлин таможня стенаһының (ингл. Berlin Customs Wall) ҡапҡаһы, прус ғәскәрҙәренең 1787 йылда Нидерландҡа баҫып инеп, Пруссия, Нидерланд һәм Бөйөк Британия араһында хәрби-сәйәси союз булдырылып, 1789—1791 йылдарҙа Пруссия ғәскәрҙәре Берләшкән Нидерланд Республикаһын буйһондороу юлы менән тормошҡа ашырылған тыныслыҡ килешеүенән һуң, төҙөлә. Тыныслыҡ ҡапҡаһы (Friedenstor) тигән икенсе исеме шуға бәйле. Нидерланд иле эшенә ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә Европала Пруссия хакимлыҡ итә башлай[2].
Бранденбург ҡапҡаһы — Берлиндың XIX һәм XX быуаттың мөһим тарихи ваҡиғалары менән бәйле иң билдәле иҫтәлекле урыны һәм Германияның милли символы. Наполеон һуғышының тамамланыуы һәм 1814 йылда Парижды алғандан һуң прус ғәскәрҙәренең Бранденбург аша Берлинға әйләнеп ҡайтыуы кеүек ваҡиғалар был ҡоролма менән бәйле. Бында йыл һайын 11 августа Конституция көнөн билдәләнгән. Бранденбург ҡапҡаһы, «тимер шаршау»ҙы асҡанға һәм 1989 йылдың 9-10 ноябрендә Берлин диуарының емерелеүенә тиклем, Көнсығыш һәм Көнбайыш Берлин араһындағы сиктә торған. Шуға күрә әлеге ваҡытҡа тиклем Бранденбург ҡапҡаһы Германияның Европанан айырылыуын еңеү символы булып иҫәпләнә[3].