Бохара операцияһы (1920)
From Wikipedia, the free encyclopedia
1920 йылғы Бохара операцияһы — Граждандар һуғышы осоронда, 1920 йылдың 29 авгусынан 2 сентябргә тиклем М. В. Фрунзе етәкселегендә һәм Бохара әмирен ҡолатыу маҡсатында үткәрелгән Төркөстан фронты Ҡыҙыл Армия частарының хәрби ғәмәлдәре. Операцияла барыһы 9 мең тирәһе кеше, шул иҫәптән йәш бухаринсылар һәм Бохара коммунистары, ҡатнаша. Әмир армияһы (16 мең кеше) төп көстәре менән Иҫке Бохара районын һәм айырым отрядтар ярҙамында Хатырсы һәм Кермәнде биләй. Шулай уҡ Бохара бәктәре отрядтары ла (27 меңдән ашыу кеше) ҡатнаша. 23 августа йәш бухаринсылар һәм Бохара коммунистары Чарджой бәклегендә баш күтәрәләр һәм, ярҙам һорап, Төркөстан совет власына мөрәжәғәт итәләр. Бохара операцияһы 29 августа Иҫке Чарджойҙы яулауҙан башлана. Чарджойҙа булдырылған ревком Бохара халҡын әмирлеккә ҡаршы көрәшкә саҡыра. 2 сентябрҙә Иҫке Бохара яулана, 1920 йылдың 8 сентябрендә Бохара Халыҡ Совет Республикаһы иғлан ителә. Бохара операцияһы Ҡыҙыл Армияның күп кенә операцияларына баш һала. Әлеге операциялар Бохара операцияһының уңышын нығытыу йәки урындағы ҡаршылашыу нөктәләрен баҫтырыу маҡсатында үткәрелә. Ҡатмарлы тәбиғәт шарттары һәм милли үҙенсәлек был операцияларҙың оҙайлылығына булышлыҡ итә.
Бохара операцияһы | |
Урын | Бохара |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 2 сентябрь 1920 |
Башланыу датаһы | 28 август 1920 |
Тамамланыу датаһы | 2 сентябрь 1920 |
Бохара операцияһы Викимилектә |