Боронғо Рим
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боронғо Рим (лат. Roma antiqua) — Боронғо донъяның һәм антиклыҡтың алдынғы цивилизацияларының береһе. Б.э.т. VIII быуатта Рим ҡалаһы тирәһендә барлыҡҡа килә. Исемен ҡаланы (Roma) нигеҙләүсе Ромул[1] хөрмәтенә алған. Рим үҙәге Капитолий, Палатин һәм Квиринал менән сиктәш һаҙлыҡлы тигеҙлектә урынлашҡан. Цивилизация төҙөлөүгә этрусктар һәм боронғо гректар мәҙәниәте ҙур йоғонто яһаған.
Боронғо Рим хакимлығы аҫтында төньяҡтан хәҙерге Шотландия, көньяҡтан Эфиопия, көнсығыштан Әрмәнстан, көнбайыштан Португалияға тиклем ерҙәр булғанда, беҙҙең эраға тиклем II быуатта Боронғо Римдың иң ҡеүәтле сағы була.
Бөгөнгө доньяға Боронғо Рим рим хоҡуғын, ҡайһы бер архитектура формаларын (мәҫәлән, арка, көмбәҙ), һәм башҡа техник яңылыҡ (мәҫәлән, тәгәрмәсле һыу тирмәне) бүләк итте. Христианлыҡ дин буларак Рим империяһында барлыҡҡа килә. Латин теле Боронғо Рим дәүләтенең рәсми теле була. Дин оҙаҡ ваҡыт политеистик була. Алтын бөркөт (aquila) рәсми булмаған герб була. Христианлыҡҡа күскәс лабарум (байраҡ), һәм хризма (муйынға аҫылмалы тәре) барлыҡҡа килә.