Боронғо Греция медицинаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боронғо Грецияның беренсе билдәле медицина мәктәбе Книдала беҙҙең эраның 700 йылында асыла. Унда анатомия буйынса тәүге хеҙмәт авторы Алкмеон эшләй, тап ошо мәктәптә пациенттарҙы күҙәтеүгә алыу тәжрибәһе беренсе тапҡыр ҡулланыла. Һуңынан Кос утрауында Гиппократ үҙ мәктәбен төҙөй[1]. Эллиндарҙың Мысыр медицинаһын ихтирам итеүенә ҡарамаҫтан, ул замандарҙа мысырҙарҙың тәжрибәһен грек еренә күсерергә тырышыу булмай, сөнки боронғо медицина терминологияһын аңлатҡан яҙма сығанаҡтар етерлек булмай. Шулай булһа ла, гректарҙың үҙҙәренең медицина белешмәләре өсөн бик күп мысыр дарыуҙары рецептарын алыуҙары билдәле. Мысырҙың йоғонтоһо Искәндәриәлә грек медицина мәктәбе асылғандан һуң бәхәсһеҙ була[2].