Боливия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Боли́вия (исп. Bolivia, кечуа Buliwya, аймар. Wuliwya, гуар. Volívia), рәсми атамаһы — Күп милләтле Боли́вия Дәүләте (исп. Estado Plurinacional de Bolivia [esˈtaðo pluɾinasjoˈnal de βoˈliβja]) — Көньяҡ Американың үҙәк өлөшөндәге дәүләт.
Ҡыҫҡа факттар
| |||||
Девиз: «¡La unión es la fuerza! (исп. Берҙәмлек көс бирә!)» | |||||
Гимн: «Bolivianos, el hado propicio» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1825 йыл, 6 август | ||||
Рәсми телдәр | испан теле, кечуа, аймара, гуарани һәм тағы ла Боливияның 33 теле. | ||||
Баш ҡала | Сукре [i 1] | ||||
Эре ҡалалар | Санта-Крус-де-ла-Сиерра, Эль-Альто, Ла-Пас | ||||
Идара итеү төрө | президент республикаһы | ||||
Президент Вице-президент | Луис Арсе Катакора | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 27 1 098 581 км² 1,29 | ||||
Халыҡ • Һаны (2012) • Халыҡ тығыҙлығы | 11 503 735 чел. (84) 10,5 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2008) • Бер кешегә |
41,833 млрд[1] долл. (101) 4345[1] долл. | ||||
Валюта | боливиано (BOB, код 68) | ||||
Интернет-домен | .bo | ||||
Код ISO | BO | ||||
МОК коды | BOL | ||||
Телефон коды | +591 | ||||
Сәғәт бүлкәте | −4 | ||||
|
Ябырға
Боливия төньяҡта, төньяҡ-көнсығышта Бразилия, көньяҡ-көнсығышта — Парагвай, көньяҡта — Аргентина, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта — Чили һәм Перу менән сиктәш. Диңгеҙгә сығыу мөмкинлеге булмаған территорияһы буйынса иң ҙур көньяҡ америка иле, әммә 2010 йылда Перу менән бәләкәй яр буйы учаскаһын 99 йылға ҡортомға биреү тураһында килешеү төҙөлгән[2].