Богота
From Wikipedia, the free encyclopedia
Богота (исп. Bogotá; нигеҙ һалынған һәм 1991—2000 йылдарҙа Санта-Фе-де-Богота, исп. Santafé de Bogota) — Колумбияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, Кундинамарка департаментының административ үҙәге. Ил дең бойондороҡһоҙ административ берәмеген — 20 районға бүленгән баш ҡала округын ойоштора.
Ҡала | |||||||||||
Богота исп. Bogotá | |||||||||||
| |||||||||||
| |||||||||||
Ил |
КолумбияКолумбия | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||||||||
Мэр |
Клаудия Лопес | ||||||||||
Нигеҙләнгән |
[[6 август 1538 йыл]] | ||||||||||
Элекке исеме |
Санта-Фе-де-Богота | ||||||||||
Майҙаны |
1775,98 км² | ||||||||||
Бейеклеге |
2640 м | ||||||||||
Климат тибы |
диңгеҙ климаты | ||||||||||
Рәсми теле |
испан | ||||||||||
Халҡы | |||||||||||
Тығыҙлығы |
6060 кеше/км² | ||||||||||
Этнохороним |
боготи́нцы, боготинка, боготи́нец | ||||||||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC-5 | ||||||||||
Телефон коды |
+57 1 | ||||||||||
Һанлы танытмалар | |||||||||||
Автомобиль коды |
BOG | ||||||||||
ISO 3166-2 |
CO-DC | ||||||||||
Рәсми сайт |
bogota.gov.co (исп.) | ||||||||||
Халҡы — 7,4 млн кеше (2011 йыл) йәки ил халҡының 16 проценты[2]; Көньяҡ Американың иң ҙур ҡалаларының береһе. Агломерация сиктәрендә 8,7 миллион кеше йәшәй (2011)[3].
Көнсығыш Кордильераның 2600 метрҙан ашыу бейеклектәге тау араһындағы ҡаҙанлыҡта урынлашҡан, шуға ла ҡаланың климаты бик һалҡын. Ер тетрәүҙәр янай.
Колумбияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Илдең Эске тулайым продуктының 1/4 өлөшөн туплай (2011)[4]. 2010 һәм 2012 йылдарҙа ҡалаларҙың глобальлеге буйынса континентта 4-се урынды биләй.
1538 йылда чибча һинд цивилизацияһы үҙәгендә испан конкистадорҙары тарафынан нигеҙ һалына.1598 йылдан — Испания генерал-капитанлығының баш ҡалаһы, 1819 йылдан — бойондороҡһоҙ Колумбияның баш ҡалаһы. 1948 йылда «Боготасо» ҡораллы ихтилалы ваҡытында ҡала үҙәге емерелә һәм яндырыла; тарихи төҙөлөш әллә ни зыян күрмәй.