Бельгия
Европаның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бе́льгия (нидерл. België, [ˈbɛlɣijə]; франц. Belgique, [bɛlˈʒik], нем. Belgien, ˈbɛlɡi̯ən]), тулы рәсми атамаһы — Бе́льгия Короллеге[3][4][5][6] (нидерл. Koninkrijk België, франц. Royaume de Belgique, нем. Königreich Belgien) — Европаның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 30 528 км², халыҡ һаны — 11 521 238 кеше[7](2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Баш ҡалаһы — Брюссель. Төньяҡта Нидерланд менән, көнсығышта Германия, көньяҡ-көнсығышта Люксембург һәм көньяҡ-көнбайышта Франция менән сиктәш. Төньяҡ-көнбайышта Төньяҡ диңгеҙе менән йыуыла.
| |||||
Милли девиз: «Eendracht maakt macht" (нидерл. ) «L’union fait la force» (франц. ) «Einigkeit macht stark» (нем. ) "Сила благодаря единству» | |||||
Гимн: Бельгия гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 1830 (яулау) 1839 (ҡабул итеү) (Нидерландтан иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Нидерланд теле, немец теле, француз теле | ||||
Баш ҡала | Брюссель | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Брюссель, Антверпен, Гент, Льеж, Шарлеруа, Брүгге | ||||
Идара итеү формаһы | Конституцион монархия | ||||
Король Премьер-министр | Филип Шарль Мишель | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 139 урын 30 528 км² 6,4 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2009) • Тығыҙлыҡ | 78 урын 10 414 336[1] 334 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2008) • Кеше башына | 29 урын 389,793 млрд[2] $ 36 415[2] $
| ||||
Интернет-домен | .be, .eu
|
Идара итеү формаһы — Конституцион парламент монархияһы, Бельгияның административ-территориаль ҡоролош формаһы — федератив дәүләт.
Рәсми телдәре: француз, нидерланд һәм немец телдәре[4]. Аҡса берәмеге — евро[4].
Бельгия — этномәҙәни, дини, раса һәм милли төрлөлөгө киң булған күп милләтле дәүләт.
Бельгия — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (1945), Бельгия — Халыҡ-ара валюта фонды (1945), Реконструкция һәм үҫеш халыҡ-ара банкы МБРР (1945), Европа Советы (1949), Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО (1949), Евразия иҡтисади хеҙмәттәшлеге — ЕЭС (1958); 1993 йылдан алып Европа союзы, Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОЭСР) (1961), Европа Советы Хәүефһеҙлек Советы (1975); 1995 йылдан — Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ОБСЕ), Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО) (1995), Шенген зонаһы (1995), еврозона (1999) ағзаһы[4].