Белоруссияла ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекттарының исемлеге
Wikimedia-Listn / From Wikipedia, the free encyclopedia
Беларусь Республикаһында ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫының исемлегендә 4 объект инә (2014 йылға ҡарата), был дөйөм иҫәптән (2016 йылда 1052) 0,4 % тәшкил итә. Исемлеккә мәҙәни критерийҙар буйынса 3 объект һәм тәбиғи критерийҙар (vii критерий) буйынса 1 объект индерелгән. Бынан башҡа, 2014 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Беларусь Республикаһы территорияһындағы 10 объект Бөтә донъя мираҫы исемлегенә кандидаттар иҫәбендә тора[1]. 1988 йылдың 12 октябрендә СССР Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы тураһында конвенцияны ратификациялай[2]. Беларусь Республикаһы территорияһында урынлашҡан тәүге объект исемлеккә 1992 йылда ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы комитетының 16-сы сессияһында, ил бойондороҡһоҙлоҡ алғас, индерелә.