Баш ҡала
бойондороҡһоҙ дәүләттең йәки дәүләт субъектының төп ҡалаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Баш ҡала — Бер дәүләттең йәки административ берәмектең (өлкә, край, автоном республика, провинция, штат, департамент) төп ҡалаһы. Ғәҙәттә, идара итеү һәм власть (хакимиәт) юғары органдары урынлашҡан була: дәүләт (территория) башлығының (монархтың, президенттың, губернаторҙың, башлыҡтың) резиденцияһы, парламент, үҙәк министрлыҡтар һәм идаралыҡтар, суд[1], шулай уҡ сит ил дәүләттәренең дипломатик вәкиллектәре.
Баш ҡала | |
Өлөшләтә тура килә | первый по величине город[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | бывшая столица[d] |
Баш ҡала Викимилектә |
Ҡайһы бер осраҡтарҙа дәүләт власы органдарының бер өлөшө башҡа ҡалаларға күсерелә. Мәҫәлән, Көньяҡ Африка Республикаһында өс ҡала араһында административ, закондар сығарыу һәм суд органдары бүленә[2].
Күп осраҡта баш ҡала — халыҡ һаны һәм иҡтисади потенциалы буйынса илдең иң ҙур ҡалаһы. Әммә иҫкәрмәләр ҙә бар. Шулай итеп, АҠШ-тың баш ҡалаһы Вашингтон административ функциялар башҡарыу өсөн махсус төҙөлә, шул уҡ ваҡытта илдең иң эре иҡтисади үҙәге булып Нью-Йорк тора[3]. Үҙ статусы арҡаһында баш ҡала йыш ҡына үҙ аллы административ берәмеккә бүленә, уға махсус идара итеү режимы индерелә.
«Баш ҡала» һәм «административ үҙәк» төшөнсәләре бер-береһенә яҡын, әммә синонимдар булып тормай. Дөйөм алғанда, ниндәй ҙә булһа дәүләт административ берәмегенең һәр рәсми төп торама пункты «административ үҙәк» тип аталырға тейеш, әммә баш ҡала түгел. Әммә йыш ҡына «баш ҡала» термины тарихи традициялар буйынса беренсе кимәл административ берәмектәр үҙәктәренә лә ҡулланыла[4][5][6][7][8].