Аукштайтия милли паркы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аукштайтия милли паркы (лит. Aukštaitijos nacionalinis parkas) — Литваның төньяҡ-көнсығышында, Вильнюстан төньяҡҡа табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан милли парк. 1974 йылда нигеҙләнгән, илдең иң тәүге милли паркы булып тора. Башта Литва ССР-ының милли паркы тип атала. 1991 йылда тағы ла 4 парк ойошторола, бөтә парктарға Литваның этнографик төбәктәренең атамалары бирелә — Литва ССР-ының милли паркы Аукштайтия исемен ала.
Аукштайтия милли паркы | |
---|---|
лит. Aukštaitijos nacionalinis parkas | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 40 574 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | [[1974 йылда йыл]] |
Урынлашыуы | |
55°19′37″ с. ш. 26°06′03″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Игналина |
aparkai.lt | |
Аукштайтия милли паркы | |
Аукштайтия милли паркы Викимилектә |
Милли парктың территорияһы 405,7 км² тәшкил итә, ошо майҙандың яҡынса яртыһы Игналина районына тура килә. Утена һәм Швенчёна райондарының һәр береһе парк биләмәләренең яҡынса ¼ өлөшөнә эйә. Территорияның яҡынса 2,1 % ҡәтғи һаҡланыусы зона биләй, был урынға тик парк хемәткәре оҙатыуы менән генә барырға мөмкин. Паркта Литваның Ҡыҙыл китабына кергән үҫемлектәрҙең 64 төрө, бәшмәктәрҙең 8 төрө, ҡоштарҙың 48 төрө осрай. Милли парк үҙенең биотөрлөлөгө менән айырылып тора, ил территорияһының 1 % аҙыраҡ биләгәүгә ҡарамаҫтан, бында Литвала осраған үҫемлектәрҙең 59 % табырға мөмкин.