Аттила
һундар хакимы, баҫып алыусы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Атти́ла (лат. Attila, грек. Ἀττήλας, немецсә Etzel) — һундар юлбашсыһы, 434—453 йылдарҙа идара итә, бөтөн төрки, шулай уҡ герман һәм башҡа ҡәбиләләрҙе үҙенә буйһондороп, Рейндан Волгаға тиклемге арауыҡта йәйрәп ятҡан дәүләт төҙөй.
Ҡыҫҡа факттар Һундар юлбашсыһы, 434 йыл — 453 йыл ...
Аттила | ||
| ||
---|---|---|
434 йыл — 453 йыл | ||
Соправитель: | Бледа (445 йылға тиклем) | |
Алдан килеүсе: | Ругила (Руа, Роас) | |
Дауамсы: | улдары | |
Тыуған: | билдәһеҙ Кавказ | |
Үлгән: | 453({{padleft:453|4|0}}) Паннония | |
Ерләнгән: | Ерләнгән урыны билдәһеҙ | |
Атаһы: | Мундзук | |
Ҡатыны: | Ильдико, Крека һ. б. | |
Балалары: | Эллак, Эмнетзур, Ултзиндур[1], Эрнак), Денгизик (Денгизих), Чаба[2] и др.[3] | |
Ябырға
Аттила үлгәндән һуң бер быуат ваҡыт үткәс, варварҙарҙың юлбашсыһы тураһында гот тарихсыһы шундай һүҙҙәр әйтәсәк[4]: «Варварҙар араһындағы уның абруйына һоҡланып бөтөп булмаған бөтөн һундарҙың башлығы һәм тотош Скифия ҡәбиләләренең донъялағы берҙән-бер батшаһы». Һундар юлбашсыһы хаҡындағы хәтер тәүҙә герман эпосында һаҡлана, һуңынан скандинавия сагаларына күсә. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе быуатына ҡараған германдар легендаларында Аттила иң бөйөк юлбашсылар исемлегендә икенсе урында тора[5][6].