Атлас тауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Атлас тауҙары (ғәр. جبال الأطلس; атамаһы грек. Ἄτλας — грек мифологияһы титаны Атлас исеменән барлыҡҡа килгән) — Африканың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҙур тау системаһы. Атлас тауҙары Марокконың атлантик яр буйынан Алжир аша Тунис яр буйына ҡәҙәр һуҙылған[2][3][4].
Атлас | |
---|---|
ғәр. جبال الأطلس | |
Характеристикалар | |
Майҙаны | 775 340 км² |
Оҙонлоғо | 2092 км |
Киңлеге | 1019 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Тубкаль |
Бейек нөктәһе | 4167[1] м |
Урынлашыуы | |
31°03′42″ с. ш. 7°54′57″ з. д._type:landmark HGЯO | |
Атлас тауҙары Викимилектә |
Тәүҙә Атлас тип боронғо Мавритания сиктәрендә урынлашҡан тау системаһының көнбайыш һәм үҙәк өлөштәрен атағандар. Һуңыраҡ Котей (Спартель) морононан Габес ҡултығына тиклем булған бөтә тау системаһын берләштереп был исем менән атай башлайҙар[5].
Һырттарҙың оҙонлоғо — 2092 км. Иң бейек нөктәһе — Тубкаль тауы (4167 м), Марокконың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Атлас тауҙары һырттарҙан (Телль-Атлас, Юғары Атлас, Урта Атлас һәм Сахара Атласы), эске яйлаларҙан (Бейек яйлалар, Марокко Месетаһы) һәм тигеҙлектәрҙән тора.
Атлас тауҙары урта диңгеҙ һәм атлантик яр буйҙарын Сахара сүллегенән айырып тора. Бында башлыса ғәрәптәр һәм бәрбәрҙәр йәшәй.