Археология
ергә күмелеп һаҡланып ҡалған ҡомартҡылар буйынса боронғо халыҡтарҙың тарихын өйрәнеү фәне / From Wikipedia, the free encyclopedia
Археология (бор. грек. ἀρχαῖος "боронғо" , -λογία ғилем, фән һүҙҙәренән) – ергә күмелеп һаҡланып ҡалған ҡомартҡылар (тимер аҡса, ҡоралдар, йорт-ҡаралты, кешенән ҡалған сүп-сар һ.б.) буйынса боронғо халыҡтарҙың тарихын өйрәнеү фәне; һаҡланып ҡалған матди сығанаҡтар нигеҙендә кешелек донъяһы тарихын өйрәнеүсе фән.
Уның тикшеренеү маҡсаттары төрлө осраҡтарҙа төрлөсә – кеше тарихын һәм эволюцияһын өйрәнеүҙән мәҙәниәт үҫеше һәм тарихына хәтлем - билдәләнә.
«Археология» термины беренсе тапҡыр Б.Э.Т. 4 быуатта Платон тарафынан боронғо дәүерҙәргә нисбәтле фәндәрҙе күҙҙә тотып ҡулланыла. Фән булараҡ, археология Рәсәйҙә 18 быуат башында барлыҡҡа килә.