Артемида ғибәҙәтханаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эфестағы Артемида ғибәҙәтханаһы — Донъяның ете мөғжиҙәһенең береһе. Кесе Азия ярымутрауындағы (хәҙерге Төркиә биләмәләренең урта өлөшө[1]) боронғо Эфес ҡалаһында урынлашҡан булған. Бөгөн Эфес Төркиәнең Измир провинцияһының көньяғындағы Сельчук ҡалаһы. Иң беренсе ҙур ҡорамдарҙың береһе булараҡ, беҙҙең эраға тиклем VI быуат уртаһында төҙөлә. Б. э. т. 356 йылда Герострат тарафынан яндырыла. Бының өсөн ул үлем язаһына хөкүм ителә, ҡорамды яндырыуыу сәбәбен киләсәк быуындар өсөн исеменең тарихҡа инеп ҡалыуын теләүе менән аңлата. Бер аҙҙан бина яңыса үҙгәртеп тергеҙелә. III быуатта боронғо немец ҡәбиләләре берләшмәһе вәкилдәре готтар тарафынан талана. IV быуатта христиандар күп аллалыҡты тыйыу сәбәпле ғибәҙәтхананы яба. Ҡорамды емереп, урынына сиркәү төҙөһәләр ҙә, уныһы ла оҙаҡ тора алмай, емертелә.