Аралашыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аралашыу — кешеләр һәм уларҙың төркөмдәре араһында бәйләнеш урынлаштырыу һәм уны үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡатмарлы һәм күп планлы процесс. Ул берлектәге эшмәкәрлек ихтыяжынан тыуа һәм иң кәмендә өс төрлө процесты үҙ эсенә ала: бәйләнеш йәки элемтә (мәғлүмәт менән алмашыу); интеракция (үҙ-ара йоғонто яһау, үҙ-ара килешеп эш итеү йәки бәйләнешле хәрәкәт) һәм социаль перцепция (партнёрҙы ҡабул итеү һәм аңлау)[1]. Аралашыуҙан тыш кеше эшмәкәрлеге мөмкин түгел[2]. Шәхес һәм йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәт күҙлегенән ҡаралған аралашыу процесының психологик үҙенсәлектәрен аралашыу психологияһы өйрәнһә, аралашыуҙы эшмәкәрлек барышында ҡулланыуҙы социология фәне тикшерә[2].