Аппалачи
Төньяҡ Американың көнсығышындағы, АҠШ һәм Канадалағы тау системаһы. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Аппала́чи[2] (ингл. Appalachian Mountains) — Төньяҡ Американың көнсығышындағы, АҠШ һәм Канадалағы тау системаһы. Оҙонлоғо — 2400 км.
Аппалачи | |
---|---|
ингл. Appalachian Mountains | |
Характеристикалар | |
Майҙаны | 1 908 538 км² |
Оҙонлоғо | 2400 км |
Киңлеге | 480 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Митчелл |
Бейек нөктәһе | 2037[1] м |
Урынлашыуы | |
40° с. ш. 78° з. д._type:landmark HGЯO | |
Илдәр | |
Аппалачи Викимилектә |
Төньяҡ Аппалачи (Мохок һәм Гудзон йылғаларынан төньяҡҡа табан) — бейеклеге 1916 м (Вашингтон тауы) тиклем булған айырым массивлы убалы яҫы таулыҡ, боронғо боҙлоҡ эҙҙәре бар. Көньяҡ Аппалачи күсәр зонаһында киң үҙәндәр менән бүленгән параллель һырттарҙан һәм массивтарҙан тора; күсәр зонаһына көнсығыштан Пидмонт яйлаһы, көнбайыштан Аппалачи яйлаһы тоташа. Бейеклеге — 2037 м тиклем (Митчелл тауы). Тауҙарҙа таш күмер, нефть һәм газ, тимер мәғдәндәре, титан ятҡылыҡтары; киң япраҡлы, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандар бар.
Пермь осоронда тауҙар ике материктың бәрелешеүе (Пангеяның барлыҡҡа килеүе) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.