Ангилья
Төньяҡ Америка ҡитғаһына яҡын, Бөйөк Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләренә ҡараған, үҙаллы идаралығындағы утраулы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ангилья — Төньяҡ Америка ҡитғаһына яҡын, Бөйөк Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләренә ҡараған, үҙаллы идаралығындағы утраулы дәүләт.
| |||||
Гимн: «God Bless Anguilla» | |||||
Рәсми телдәр | инглизсә | ||||
Баш ҡала | Валли | ||||
Эре ҡалалар | Валли | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре | ||||
Королева
Губернатор Премьер-министр | Елизавета II
Алистер Харрисон Хьюберт Хьюз | ||||
Территория • Бөтәһе | 102 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 14 764 чел. (221) 142 чел./км² | ||||
Валюта | Көнбайыш кариб доллары (XCD, код 951) | ||||
Интернет-домен | .ai[d] | ||||
Код ISO | AI | ||||
Телефон коды | +1-264 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC-4 |
Иң ҙур һәм төп утрау — майҙаны 91 км² булған Ангилья. Үлсәме буйынса икенсе урында — Скраб утрауы (7,8 км²) Ангильяның төньяҡ-көнсығышынан бер нисә йөҙ метрҙа урынлашҡан. Оҙонлоғо буйынса өсөнсө урында — Дог — Айленд утрауы (2,2 км²), ул төп утрауҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан (0,4 км²). Төп утрауҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 55 км алыҫлыҡта Сомбреро утрауы (0,4 км²). Был бәләкәй утрауҙарҙан тыш, территория составына тағы 15 бәләкәй утрау инә. Биләмәнең дөйөм майҙаны — 102 км². Төп утрауҙан көньяҡҡа табан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта Сен-Мартен утрауы урынлашҡан.
Майҙаны — 91 км². Халҡы — 18 090 кеше (2020)[1], телдәре — инглиз, креоль.
Баш ҡалаһы — Валли, биләмәһе — аҡ мәрйен ҡомонан эшләнгән ҡомло пляждар.
Быға тиклем утрауҙың исеме рус телендә Ангилла һәм Ангуилла тип аталған.