Альп тауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
А́льп тауҙары (франц. Alpes, нем. Alpen, итал. Alpi, слов. Alpe) — Көнбайыш Европалағы иң бейек тауҙар системаһы.
Ҡыҫҡа факттар Альп тауҙары, Характеристикалар ...
Альп тауҙары | |
---|---|
фр. Alpes, нем. Alpen, итал. Alpi, словен. Alpe | |
Характеристикалар | |
Барлыҡҡа килгән ваҡыты | Олигоцен |
Майҙаны | 190 000 км² |
Оҙонлоғо | 1200 км |
Киңлеге | до 260 км |
Бейек нөктәһе | |
Иң бейек түбәһе | Монблан |
Бейек нөктәһе | 4810[1][2] м |
Урынлашыуы | |
46° с. ш. 10° в. д._type:landmark HGЯO | |
Альп тауҙары Викимилектә |
Ябырға
Ул Лигурий диңгеҙенән алып Урта Дунай тигеҙлегенәсә төньяҡтан көнбайышҡа һуҙылған ҡатмарлы түбәләрҙән һәм массивтарҙан тора. 8 илдең биләмәләрен эсенә ала: Франция, Монако, Италия, Швейцария, Германия, Австрия, Лихтенштейн, Словения. Альп тауҙары дуғаһының дөйөм оҙонлоғо 1 200 км тирәһе(дуғаның эске яҡ сите 750 км). Киңлеге 260 км-ғаса.
Иң бейек нөктәһе — Монблан тауы, 4810 метр.
Альптың көнсығыш армыттары Лейт тауҙары һәм көнбайыш армыттары Карпат — Хундсхаймер Берге 14 км ара ғына айырып тора[3].
Альп тауҙары — халыҡ-ара альпинизм,тау саңғыһы спорты һәм туризм үҙәге.