Алмағас (лат. Málus) — роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҙур булмаған ағастар йәки ҡыуаҡтар ырыуы. Был ағастың емештәренең формаһы йоморо, шәрбәт йәки асы тәмле. Тикшереүҙәр алмағас ырыуында 55 тирәһе төр бар тигән мәғлүмәт бирә. Алма ағасының киң таралған төрҙәре: өй алмаһы (йәки культур — Malus domestica), ҡытай (Malus prunifolia), һәм тәпәш алмағас (Malus pumila).
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Алмағас |
Сәскә атыусы алмағас |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Аҫҡы батшалыҡ: | Йәшел үҫемлектәр | Подсемейство: | Сейә һымаҡтар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Malus P. Mill.
|
|
|
Ябырға
Алмағастың ҡайһы бер төрҙәрен парктарҙа һәм баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп үҫтерәләр. Алмағастың бөтә төрҙәре лә һәйбәт бал биреүсе үҫемлектәр. Алама ағасы ныҡлы, сыҙамлы, еңел юныла һәм шымартыла; столяр һәм токарь эштәрендә ҡулланыла ала.
Алмағастың бейеклеге 4−12 метр тирәһе, ағасы үҙе ныҡлы. Емеш биргән ботаҡтары оҙон түгел; үҫә торған ботаҡтары оҙон була. Ҡырағай алмағастың ботаҡтарында энәләр бар. Япраҡтары 3—10 см тирәһе, япраҡтар ботаҡта бер-бер артлы (сиратлап) урынлашалар, япраҡтың сите ваҡ өсмөйөштәрҙән тора. Сәскәләре махсус ярым сатырҙарҙа йыйылған. Сәсһенең таж япраҡтары бишәү, төҫө аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл, сәскә һеркәләре, күбеһенсә ҡыҙыл төҫтә була. Алмағас яҙын үҫә башлағандан һуң («ҡышҡы йоҡонан уянып») 50—80 көн үткәс сәскә ата башлай (сортына һәм төрөнә ҡарай).
Алмағас аталаныр өсөн, уны бөжәктәр аталандырырға тейеш, сөнки алмағас уҙе аталана алмай; тик махсус рәүештә сығарылған алмағас ҡына үҙе аталана ала. Алмағасты күбеһенсә тик бал ҡорттары аталандыра. Бал ҡорттары алма сәскәһендә сәскә һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғанда, алма сәскәһен аталандыра.
Алмағастың тамырҙары яҡшы үҫә, 3 метрға тиклем тирәнгә китә. Ултыртҡандан һуң 4—7 йылдан алма бирә башлай. 12—18 йылдан һуң тулыһынса уңыш бирә. Сәскә бөрөләре көҙҙән нигеҙләнә, майҙың 3-сө декадасында сәскә ата. Сәскәләре эре, ике енесле, аҡ йәки алһыу төҫтә, сатар һамаҡ сәскә төркөмөнә 5-12 дана булып йыйыла. Емештәре ҙурлығы, формаһы, төҫө (бер төҫлө, төрлө төҫлө, ҡыҙылдың төрлө төҫмөрҙәре) менән айырылалар. Йәйге сорттары − августың 2-се яртыһында, көҙгөләре − сентябрҙың 1-се яртыһында, иртә өлгөрә торған ҡышҡылары − сентябрҙың 2-се яртыһында, ҡышҡылары октябрҙа өлгөрә. Йәйге сорттар 2 аҙна, көҙгөләре 1-1,5 ай, иртә өлгөрә торған ҡышҡылары 2-3 ай, ҡышҡылары март-апрель ахырына тиклем һаҡлана.