Алгет милли паркы
Грузияның Тетрицкарой муниципалитетында урынлашҡан тәбиғәтте һаҡлау биләмәһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Алгет милли паркы (груз. ალგეთის ეროვნული პარკი) — Грузияның Тетрицкарой муниципалитетында урынлашҡан тәбиғәтте һаҡлау территорияһы. 1965 йылдың апрелендә ареалдың көнсығыш сигендә үҫкән көнсығыш шыршыһы һәм кавказ аҡ шыршыһы урман массивтарын һаҡлау өсөн булдырыла. Башта дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[2]статусына эйә була, 2007 йылда милли парк тип үҙгәртелә. Хәҙерге майҙаны 6822 гектар тәшкил итә. Алгет милли паркында 250 төр бәшмәк һәм 1664 төр үҫемлек, шул иҫәптән 3 эндемик үҫемлек төрө табылған[1]. Парк популяр туризм объекттарына ҡарай. Парктың исеме уның сиктәрендә урынлашҡан иң ҙур Алгети йылғаһынан алынған.
Ҡыҫҡа факттар Алгет милли паркы, Категория МСОП — II (Милли парк) ...
Алгет милли паркы | |
---|---|
груз. ალგეთის ეროვნული პარკი | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 6822 га[1] |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1965 йыл |
Килеүселәр һаны | 8030 (2015) |
Идара итеүсе ойошма | Грузияның һаҡланған биләмәләре агентлығы |
Урынлашыуы | |
41°34′00″ с. ш. 44°31′00″ в. д.HGЯO | |
Регион административ бүленеше | Квемо-Картли |
Алгет милли паркы Викимилектә |
Ябырға