Азауад
Малиҙың төньяҡ-көнсығышындағы географик өлкә исеме, күпселеге туарегҙар йәшәгән танылмаған Азауад Бойондороҡһоҙ Дәүләте / From Wikipedia, the free encyclopedia
Азауад (йәки Азауад; Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләте; тамашек: ⴰⵣⴰⵓⴷ, ғәр. أزواد, Azawād) — Малиҙың төньяҡ-көнсығышындағы географик өлкә исеме, күпселеге туарегҙар йәшәгән танылмаған Азауад Бойондороҡһоҙ Дәүләте һәм үҙәк-көнбайыш Африка Сахараһындағы төбәк. Донъя йәмғиәте Азавад Бойондороҡһоҙ Дәүләтен танымағас, уны Малиҙың айырылғыһыҙ өлөшө тип ҡарағас, 2012 йылдың 15 июлендә «Азавад Милли азатлыҡ хәрәкәте» вәкилдәре Азавад дәүләте төҙөү идеяһынан баш тарталар. Малиҙан айырылыуға ҡарағанда мәҙәни һәм иҡтисади үҙаллылыҡты өҫтөнөрәк күрәләр[1].
| |||||
Девиз: «Берҙәмлек — Ғәҙеллек — Азатлыҡ» | |||||
Государственный гимн Азавад | |||||
| |||||
Баш ҡала | Тимбукту (ғәмәлдәге — Гао) | ||||
Эре ҡалалар | Гао, Томбукту, Кидаль, Менака | ||||
Идара итеү төрө | Ваҡытлыса хөкүмәт | ||||
Территория • Бөтәһе | 35 822 000 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2009) • Халыҡ тығыҙлығы | 1 295 000 чел. 1,58 чел./км² | ||||
Валюта | әйләнешкә сығырға әҙерләнә(ысынбарлыҡта Франк КФА) | ||||
Телефон коды | +223 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 0 |
Мали Азауадына — Томбукту, Гао, Кидаль һәм Мопти өлкәләре һәм Мопти өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш өлкәләре; Бойондороҡһоҙ Азауад Дәүләте биләмәһе — Нигер йылғаһынан төньяҡҡа табан тәүге өс өлкә. Бөтә Азауад төбәге шулай уҡ тағы дүрт күрше илдең сиктәш территорияһын үҙ эсенә ала.