Адель (йырсы)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аде́ль Ло́ри Блу Э́дкинс MBE (ингл. Adele Laurie Blue Adkins, Адель булараҡ киң билдәле; 5 май 1988 йыл) — инглиз йырсыһы, композитор, шағир, поп-джаз/соул, блюз башҡара. Британ империяһы ордены кавалеры (2013). Ун тапҡыр «Грэмми», өс «Brit Awards» премияһы, шулай уҡ «Алтын Глобус» һәм «Оскар» (2013) премиялары лауреаты.
Адель Adele | ||
Төп мәғлүмәт | ||
---|---|---|
Исеме | ||
Тулы исеме |
Адель Лори Блу Эдкинс | |
Тыуған |
5 май 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (36 йәш) | |
Тыуған урыны |
Тоттенем, Харринги, Лондон, Англия, Бөйөк Британия | |
Ил | ||
Һөнәрҙәре |
йырсы, композитор, шағирә | |
Йырлау тауышы |
контральто | |
Инструменттар | ||
Жанрҙар | ||
Лейблы |
Divided By Law Records | |
Наградалар |
| |
Автограф | ||
adele.tv | ||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||
2007 йылда тәнҡитселәр тарафынан «яңы Эми Уайнхаус» тип иғлан ителә[2], ләкин бер йылдан Этта Джеймс һәм Дасти Спрингфилд традицияларын дауам итеүсе тип нарыҡлана.
Аделдең дебют альбомы[3] «19» тип атала, ул 2008 йылдың 28 ғинуарында сыға һәм бер аҙнанан UK Albums Chartтың[4] иң өҫтөнә үрләп өлгөрә, ә һуңынан «ағалтын» статусын ала (йәғни 300 мең дана тираж менән тарала) һәм 2008 йылғы Mercury Prizeға тәҡдим ителә.
«21» — британ йырсыһы һәм авторы Аделдең 2011 йылдың ғинуарында Columbia Records лейблы аҫтында студияла яҙылып сыҡҡан альбомы. 2012 йылдың ноябренә альбом 25 млн дана тираж менән тарала, донъяның күп хит-парадтары башында була, бер нисә ай буйы Бөйөк Британияла UK Album Chart чартында (23 аҙна № 1, ҡатын-ҡыҙ йырсылар өсөн рекорд) һәм Америкала Billboard 200-ҙә (24 аҙна № 1, сирек быуат рекорды) беренсе урынды тота, шулай итеп, йыл бестселлерына әүерелә.
«21» төп Billboard һәм Rolling Stone журналдары версияһы буйынса 2011 йылдың иң яҡшы альбомы тип таныла.
2012 йылдың 12 февралендә Лос-Анджелеста 54-се «Грэмми» музыкаль премияһын тапшырыу тантанаһында диск йылдың Иң яҡшы альбомы тип табыла.
Альбом ике йыл рәттән (2011 һәм 2012) АҠШ-ла иң яҡшы була (быға тиклем йырсы Майкл Джексондың Thriller дискыһы ғына 1983 һәм 1984 йылдарҙа ошо баһаға өлгәшә).
Бөгөнгө көнгә Адель йөҙҙән ашыу төрлө наградаға эйә, улар араһында «Британ Империяһы ордены» бар[5]. Йырсы шулай уҡ Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән. Был Китаптың яңы баҫмаһында йырсының өс уникаль ҡаҙанышы теркәлгән: Адель 11 аҙна рәттән һәм дөйөм алғанда 21 аҙна буйы альбомы британ чартының беренсе юлында торған тәүге яңғыҙ йырлаусы башҡарыусы тип танылған. Һәм тағы ла ул — ике альбомы һәм ике синглы бер юлы хит-парадтың тәүге биш урынында торған берҙән-бер артистка.