Авраам Линкольн
From Wikipedia, the free encyclopedia
Авраа́м Ли́нкольн (ингл. Abraham Lincoln [ˈeɪbrəhæm ˈlɪŋkən], Ғәҙел Эйб (Uncle Abe)) (12 февраль 1809 йыл — 15 апрель 1865 йыл) — Америка Ҡушма Штаттарының дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, АҠШ-тың 16-сы президенты (1861—1865) һәм АҠШ-тың Республика партияһынан тәүге президенты, Америка халҡының милли геройы.
Авраам Линкольн ингл. Abraham Lincoln | ||||
Авраам Линкольн 1863 йылда | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
4 март 1861 йыл — 15 апрель 1865 йыл | ||||
Вице-президент: | Ганнибал Гэмлин (1861—1865) Эндрю Джонсон (1865) | |||
Алдан килеүсе: | Джеймс Бьюкенен | |||
Дауамсы: | Эндрю Джонсон | |||
| ||||
4 март 1847 йыл — 3 март 1849 йыл | ||||
Алдан килеүсе: | Джон Генри[en] | |||
Дауамсы: | Томас Харрис[en] | |||
| ||||
1834 йыл — 1842 йыл | ||||
Дине: | баптизм (тыуған факт буйынса) / өҫтөнлөк бирмәйенсе | |||
Тыуған: | 12 февраль 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1][2][3][…] Sinking Spring Farm[d], Хардин[d], Кентукки[d], Америка Ҡушма Штаттары[4][5] | |||
Үлгән: | 15 апрель 1865({{padleft:1865|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3][6][…] (56 йәш) Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттары[7] | |||
Ерләнгән: | могила Линкольна[d] | |||
Династия: | Линкольны[d] | |||
Атаһы: | Томас Линкольн[d] | |||
Әсәһе: | Нэнси Хэнкс Линкольн[d] | |||
Ҡатыны: | Мэри Тодд Линкольн | |||
Балалары: | Эдвард Бейкер Линкольн[d][8][9] Тед Линкольн[d][10][8][9] Роберт Тодд Линкольн[d][8][9] Уильям Линкольн[d][8][9] | |||
Партия: | Республика партияһы | |||
Автограф: | ||||
Ярлы фермер ғаиләһендә тыуып үҫкән. Сабый саҡтан физик хеҙмәт менән шөғөлләнә. Ғаиләнең ауыр матди хәле арҡаһында мәктәптә бер йылдан кәмерәк уҡый, әммә ошо арауыҡта уҡып-яҙырға өйрәнә, һәм унда ғүмерлеккә китапҡа һөйөү уяна. Бәлиғ йәшенә еткәс, үҙаллы тормош башлай һәм үҙаллы белем алыу менән шөғөлләнә, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң адвокат практикаһына рөхсәт ала. Иллинойста индеецтар ихтилалы ваҡытында ополчениеға инә, капитан итеп тәғәйенләнә, әммә хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашмай. Шулай уҡ Иллинойста Закондар сығарыу Йыйылышы, АҠШ вәкилдәре конгресы ағзаһы була. Конгреста ул американ-мексикан һуғышына ҡаршы сығыш яһай. 1858 йылда АҠШ сенаторына кандидат була, әммә был һайлауҙар уның өсөн уңышһыҙ тамамлана.
Яңы территорияларҙағы ҡоллоҡҡа ҡаршы була һәм Республика партияһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, ошо партиянан президентлыҡҡа кандидат итеп һайлана һәм, ниһайәт, 1860 йылғы һайлауҙарҙа еңеп сыға. Ул президент итеп һайланғандан һуң көньяҡ штаттар бүленеп сыға һәм Конфедерация барлыҡҡа килә. Үҙенең инаугурация телмәрендә Ликольн берләшеүгә саҡыра, әммә конфликттың граждандар һуғышына әүерелеүен туҡтата алмай.
Линкольн шәхсән үҙе хәрби ғәмәлдәрҙе етәкләй һәм тиҙҙән ҙур уңышҡа өлгәшә: 1861—1865 йылдарҙағы Граждандар һуғышы Конфедерацияны еңеү менән тамамлана. Уның президентлыҡ эшмәкәрлеге башҡарма властың көсәйеүенә һәм АҠШ территорияһында ҡоллоҡто юҡҡа сығарыуға килтерә. Линкольн үҙ хөкүмәте составына дошмандарын йәлеп итә һәм уларҙы дөйөм эштә берләштереүгә өлгәшә. Президент һуғыштың бөтә дауамында Бөйөк Британияны һәм башҡа Европа илдәрен интервенциянан ҡотҡара. Ул президент булған саҡта трансконтиненталь тимер юлы төҙөлә, аграр мәсьәләләр хәл иткән Гомстед акты ҡабул ителә, Линкольн мәшһүр оратор булып таныла, уның ялҡынлы телмәре төньяҡ кешеләрен илһамландыра һәм хатта әлеге көнгә тиклем сағыу мираҫ булып ҡала[11][12]. Һуғыш тамамланғас, милли татыулыҡ һәм үслектән баш тартыу менән бәйле уртаса реконструкция планын тәҡдим итә. 1865 йылдың 14 апрелендә Линкольн театрҙа үлемесле яралана, шулай итеп Линкольн үлтерелгән беренсе АҠШ президенты була. Президентлыҡ осоронда ҡаты тәнҡиткә дусар ителеүенә ҡарамаҫтан, дөйөм ҡабул ителгән ҡараш һәм социаль һорауламалар буйынса, ул элеккесә халыҡ иң яратҡан Америка президенты булып һанала[13][14][15].