«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы.
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 1 март 1994 |
---|---|
Девиз тексы | ПОЛЬЗА ЧЕСТЬ И СЛАВА |
Дәүләт | Рәсәй |
Юғарыраҡ дәрәжә | Изге Георгий ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | орден Святой великомученицы Екатерины[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Һаны | 4000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары |
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Викимилектә |
Рәсәй дәүләтселеген нығытыу, илдең социаль-иҡтисади үҫеше, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү, күренекле спорт ҡаҙаныштары, халыҡтар араһында тыныслыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу, илдең оборона һәләтен нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн граждандарҙы бүләкләү өсөн тәғәйенләнгән.
Ордендың девизы «Файҙа, хөрмәт һәм дан» император Изге Владимир ордены девизын ҡабатлай.
«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһы президентының 1994 йылдың 2 мартта 442-се һанлы Указы менән булдырылған
1994 йылдан алып 1998 йылда (РФ президентының 1998 йылдың 1 июлендәге 757-се Указы) менән Изге апостол Андрей Первозванный ордены ойошторолғанға тиклем «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Рәсәй Федерацияһының юғары дәүләт наградаһы була.
2010 йылдың 7 сентябрендә РФ президентының 1099-сы һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» Указы сыға. Киң документҡа илдең дәүләт наградалары тураһында положение, уларҙы тапшырыу, һаҡлау, мираҫ итеп алыу тәртибе һәм айырымлыҡ билдәләрен йөрөтөү тәртибе индерелә. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының Статутына һәм тасуирламаһына шулай уҡ үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә.